Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыман ауылы мәктәбен 1979 йылда тамамлаусылар йыл һайын тиерлек осрашыуҙарҙы шулай күңелле итеп ойоштора.
- Ҡарлыман урта урта мәктәбен 1979 йылда тамамланыҡ. Һуңғы 10-15 йылда бик йыш осрашабыҙ. Бер-беребеҙҙең тыуған көндәрен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Аллаға шөкөр, дуҫ-татыубыҙ. Әле иһә уҡытыусыбыҙ, класс етәксебеҙ Клара Абакачеваны 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлау уңайынан йыйылдыҡ, - ти Рәйлә Исхаҡова.
Клара Әбделҡадир ҡыҙы - ауылдың ихтирамлы ағинәйҙәренең береһе. Ул 40 йылға яҡын балаларға география фәненән белем биреп, мәғариф өлкәһендә лайыҡлы хеҙмәт итте. Уҡыусыларының хөрмәтле "апа"ларын онотмауы, хәлдәрен белешеп, байрамдар менән ҡотлап тороуы был хаҡта асыҡ һөйләй. Афарин! Тормош шундай осрашыуҙары, күрешеүҙәре менән матур, шулай бит?!
Фото - видеонан скриншот.