Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Сентябрь 2025, 20:55

Малайҙар парашют менән һикерҙе

Уларҙың хыялын тормошҡа ашырыуҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров ойошторҙо.

Малайҙар парашют менән һикерҙе
Малайҙар парашют менән һикерҙе

Ҡариҙел районынан 13 йәшлек Максим Назарғәлиев һәм Туймазы районынан 14 йәшлек Илназ Дәүләтов бөгөн инструкторҙар менән бергә тәүге тапҡыр парашюттан һикерҙе.

Теүәл бер аҙна элек Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Патриот» паркында «Геройҙар биләмәһе» сменаһында ҡатнашыусы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән осрашты. Һөйләшеү барышында ике батыр йөрәкле үҫмер парашют менән һикереү хыялы тураһында белдерә. Һәм бына бөгөн Первушин аэродромында Максим менән Илназ, һаулыҡ мөмкинлектәренә ҡарамаҫтан, көслө рухлы ысын батыр булыуҙарын иҫбатланы.

***

“Патриот” паркында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, "Рәсәйҙең иң көслө кешеһе" конкурсында дүрт тапҡыр еңеү яулаған Эльбрус Ниғмәтуллин, Рәсәй Геройы Денис Чернавин һәм парашют менән һикереү буйынса һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы Алексей Буренин менән асыҡ диалог форматында осрашыу барышында малайҙар бик күп һорауҙар биргән. Мәктәптә нисек уҡыуҙары һәм нимә менән мауығыуҙары, ысын ир-аттың кем булыуы һәм башҡалар менән ҡыҙыҡһына улар.

Ҡариҙел районынан килгән үҫмер Максим Назарғәлиев Алексей Александровичтан: "Ә һеҙ үҙ ғүмерегеҙҙә нисә тапҡыр һикерҙегеҙ?” – тип һорай. Республика Башлығы Максимдың үҙенән дә уның парашют менән һикерергә теләүе-теләмәүе хаҡында ҡыҙыҡһына һәм ыңғай яуап ала.

Радий Фәрит улы Максимға һәм Туймазы районынан 14 йәшлек Илназ Дәүләтовҡа парашюттан һикереүҙе ойошторорға вәғәҙә бирә. Илназ – терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған кешеләр араһында еңел атлетика буйынса һигеҙ тапҡыр Рәсәй чемпионы.

12–14 сентябрҙә "Первушин" аэродром комплексында парашют спорты буйынса Башҡортостан Республикаһы кубогының 3-сө этабы үтте. Был ваҡытта бөтә шарттар ҙа тап килде: һауа торошо ла, йәш ҡатнашыусыларҙың һикереүгә һәм башҡа хеҙмәттәрҙең әҙерлеге лә. Бөгөн Максим менән Илназ беренсе тапҡыр инструкторҙар менән бергә парашюттан һикереп, ҡыйыу хыялдарын тормошҡа ашырҙы.

Үҫмер егеттәргә, тормоштарында тағы ла күп үрҙәр яулаһындар, ысын ир-егеттәр булып үҫһендәр һәм һәр ваҡыт ир-егет һүҙенә тоғро ҡалһындар, тип теләйек.

Фото: vk.com/glavbash

Малайҙар парашют менән һикерҙе
Малайҙар парашют менән һикерҙе
Малайҙар парашют менән һикерҙе
Малайҙар парашют менән һикерҙе
Малайҙар парашют менән һикерҙе
Малайҙар парашют менән һикерҙе
Малайҙар парашют менән һикерҙе
Малайҙар парашют менән һикерҙе
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас