Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Октябрь 2025, 10:15

Телеңде йоторлоҡ пирог, ҡамыры бик тәмле килеп сыға

"Ғаиләмә был пирог ныҡ оҡшай! Һеҙ ҙә бешереп ҡарағыҙ", ти Күгәрсен районынан Наилә апай Имелбаева. Рецепт менән сайтта танышығыҙ:

Телеңде йоторлоҡ пирог, ҡамыры бик тәмле килеп сыға
Телеңде йоторлоҡ пирог, ҡамыры бик тәмле килеп сыға

Ҡамыр өсөн:

1 стакан йылы һөт,
0,5 сәй ҡалағы соданы уксус менән һүндерәбеҙ
1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
1 йомортҡаның һарыһы
100 грамм  аҡ май
2 аш ҡалағы ҡомалаҡ сүпрәһе йәки бойҙай йә арыш ононан эшләнгән әсетке.

Барыһын да бутайбыҙ, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ. Иң мөһиме - һөт, он йылы булырға тейеш! Ҡамырҙы баҫҡас йылы урынға ҡуябыҙ. 3-4 сәғәттә әҙер була. Ныҡ әсетергә лә ярамай!

Ҡамыр әҙер булғансы эслекте әҙерләйбеҙ: 1 лимон, 2 алманы ит үткәргестән сығарабыҙ.
Уға 1,5 стакан шәкәр ҡомо (мин әҙерәк һалам), 3-4 аш ҡалағы манный ярмаһы (манка) һалып болғатып ҡуярға, кем манный ярмаһын яратмай, 5 аш ҡалағы он һалырға була.

Ҡамырҙы 3 өлөшкә бүләбеҙ, берәүһе ҙурыраҡ, икәүһе бәләкәйерәк.

Ҙурын йәйеп майланған табаға һалабыҙ ҙа эслектең яртыһын һалабыҙ, шунан бәләкәйен йәйеп һалабыҙ, шунан эслектең ҡалғанын һалабыҙ, шунан икенсе бәләкәй ҡамырҙы йәйеп йәбештерәбеҙ. Бер сәғәт бешерәбеҙ, духовканан алғанда уртаһын ҡарағыҙ, өс ҡатлы булғас оҙағыраҡ бешә.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! Наилә апайға рецебы өсөн рәхмәт!

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас