

Тыныс, ипле, әҙәпле. Ҡиәфәте генә түгел, фиғеле менән дә күркәм. Яҡшы, уңған ҡатын, өлгөлө әсә, туғандары өсөн йән атып тороусы. Һөнәре итеп һайлаған журналист хеҙмәтенә, редакция эшендәге бурыстарына яуаплы ҡараған, һанһыҙ мәҡәлә ижад иткән талантлы ҡәләм эйәһе. Коллегабыҙ, “Башҡортостан” гәзитенең ауыл хужалығы бүлеге мөдире Дилбәр ИШМОРАТОВАны ошо сифаттар менән ҡылыҡһырларға мөмкин. Хөрмәтле ҡәләмдәшебеҙ матур ғүмер байрамын – юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙы файҙаланып, “Башҡортостан”дарҙың тағы бер шәп вәкиле менән яҡынданыраҡ таныштырыу ниәтенән Дилбәр менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Дилбәр, һин ул саҡтағы Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, мәктәптә хеҙмәт юлын башлағанһың. Үҙеңде алдан уҡ уҡытыусы итеп күрә инеңме?
– Алты балалы ғаиләлә иң өлкәне булғанлыҡтан, бәләкәйҙән үк миңә уҡытыусылыҡ сифаттары һалынғандыр. Ҡустыларым, һеңлем өсөн гел ҙур яуаплылыҡ тоя торғайным, “мин бит апай” тигән тойғо көслө ине. Әле лә, туғандарым үҙҙәре күптән ғаиләле, күмәк балалы булып бөтһә лә, уларҙы һаман бәләкәй, ярҙамға мохтаж кеүек күреп, “контролдә тотоу”ҙы дауам итәм. Бар апайҙар ҙа шулайҙыр инде ул.
Ҡустыларымды “уҡытып” ҡаңғырта торғайным: дәрестән ҡайтам да, мәктәптә ниндәй белем биргәндәр, шуны уларға өйрәтәм. Башланғыс кластарҙан һуң әҙәби әҫәрҙәрҙе талап итеп тигәндәй уҡырға ҡуша инем. Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Емеш”, Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман”, “Зәңгәртауҙа – аҡ болан”, “Яралы кеше тауышы”, “Таң менән сыҡ юлдарға”, Шакир Янбаевтың “Беүә буйҡайҙары һары тал” һәм башҡа романдарҙы, Ярулла Вәлиевтең “Хәйерле иртә, Исмәғил!” повесын, Динис Бүләковтың байтаҡ әҫәрҙәрен ҡат-ҡат уҡып, йөкмәткеләрен яҡшы белдек, уларҙың айырым өҙөктәре буйынса өйҙә инсценировкалар ҙа ҡуя торғайныҡ.
Атай-әсәйем матбуғат баҫмаларын күпләп алдырҙы. Республикабыҙҙа сыҡҡан бар гәзит-журналдарҙан тыш, “Веселые картинки”, “Мурзилка”, “Ҡазан уттары”, “Сельский механизатор”, “Вокруг света”, “Советский экран” һәм башҡалар йыл да килер ине. Уларҙы бүлеп һалып, өйҙә почтальон булып та уйнарға яраттыҡ.
Ғөмүмән, уҡып үҫтек. Башҡорт әҙәбиәтен ныҡ яраттыҡ. Өйҙәге тәрбиәгә өҫтәп, уҡытыусыларыбыҙҙың һәйбәт булыуы ла педагог юлын һайларға этәргәндер. Земфира Ғүмәр ҡыҙы, Вәзимә Ишбулды ҡыҙы, Рәсимә Насирйән ҡыҙы, Раил Ғәли улы, Хәлил Әхмәтғәзи улы, Айҙар Заһретдин улы һәм башҡалар беҙҙең осор балаларын оло тормош юлына лайыҡлы кешеләр итеп сығарыуға күп көс һалды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан Вәзимә Ишбулды ҡыҙына айырыуса рәхмәтлемен. Ул, Баймаҡтан төшкән килен, беҙҙең Яңы Усманды шул ҡәҙәр яратты, ауылыбыҙҙағы һәр хеҙмәт кешеһен дәрестә юғары күтәреп һөйләп, уларға ҡарата оло хөрмәт тәрбиәләне, изге төйәгебеҙҙең ер-һыу атамаларын, зат-нәҫелдәрҙең шәжәрәләрен өйрәнеп, тарихыбыҙ, бөгөнгөбөҙ, киләсәгебеҙ өсөн баһалап бөткөһөҙ эш башҡарҙы. “Башҡортостан” гәзитен илле йылдан ашыу алдырған тоғро дуҫыбыҙ ҙа ул. Әле лә, Аллаға шөкөр, матбуғат, әҙәбиәт, мәғрифәт юлын һайлаған һәр уҡыусыһы өсөн янып-көйөп, хәлдәребеҙҙе белешеп, яҡшы һүҙҙәре менән дәртләндереп йәшәй.
Яңы Усман тулы булмаған урта мәктәбен тамамлағас, хәҙерге Баймаҡ лицей-интернатында белем алдым. Унда ла уҡытыусыларымдан уңдым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Вәсимә Ямантаеваның, рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан Мәүжиҙә Айытҡолованың дәрестәре минең өсөн ғүмерлек һабаҡ кеүек. Интернатта һәр иртәне баймаҡтарҙың гимны – “Күк Ирәндек буйында” йыры менән башлауыбыҙ, һис шикһеҙ, рухыбыҙҙы нығытҡандыр.
Вәсимә Ғәли ҡыҙы минең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы юлын һайларыма ныҡ ышанды, шуға маҡсатлы әҙерләне лә. Һөҙөмтәлә, ысынлап та, 11-се класты тамамлағас, 1993 йылда әлеге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инеп, педагог һөнәрен алып сыҡтым. Уҡытыусыларыбыҙ Фирҙәүес Хисамитдинова, Эрнст Ишбирҙин, Әхәт Вилданов, Самат Мөхәмәтйәнов, Марат Зәйнуллин, Әхмәр Аҙнабаев, Нәсимә Суфиянова һәм башҡалар беҙгә ауыр 90-сы йылдарҙа рухи терәк булды, белемгә ынтылышты көсәйтте. Һәммәһенә лә рәхмәтлемен.
– Балалар менән эшләү оҡшай торғайнымы?
– Эйе. Диплом алғас, тәүҙә үҙебеҙҙең Бөрйән районы Яңы Усман ауылы мәктәбендә, унан Өфөгә күсеп, Республика иҡтисад лицей-интернатында эшләнем. Икеһендә лә бигерәк тә башҡорт әҙәбиәте дәресен яратып уҡыттым, әҫәрҙәрҙәге төрлө хәл-ваҡиға, геройҙарҙың холоҡ-фиғеле буйынса уҡыусылар менән фекер алышыу айырыуса оҡшай торғайны.
– Журналислыҡка килеүең алдан уйлап яһалған аҙым булдымы, әллә тормош ағышы үҙгәрештәрен индерҙеме? “Башҡортостан”ға килеү тарихың ниндәй?
– Икенсе балам менән декрет ялым тамамланып килгәндә, бер туған ҡустым Даяндың өгөтөнә бирелеп, уҡытыусылыҡтан китеп барҙым. Ул үҙе “Башҡортостан” гәзитендә эшләй ине. “Апай, һин яҙа алаһың. Әйҙә, беҙгә барып ҡара, – тип тылҡыны. – Оҡшатмаһаң, ярай, кире мәктәбеңә китерһең”. Шулай итеп, 2008 йылда, 32 йәшемдә, өр-яңы һөнәрҙә эш башланым.
– Башта иң ҡыйыны нимә булды?
– Компьютерҙа эшләй белмәй инем. Тәүге көндә үк шул минең өсөн яфаға әйләнде. Ҡулдан яҙам да, Даян йәки кабинетта бергә ултырған хеҙмәттәшем Самат ағай Ғәлин компьютерҙа баҫып бирә. “Апай, оят һиңә, – ти ҡустым. – Тиҙ генә өйрән”. Ул ваҡытта иҫке макинтоштар “йыбанып ҡына” тоҡана, бер килке эшләп китә алмай тора, ҡапыл һүнеп тә ҡуя. Шуларҙың “холҡон” үҙләштереп, ҡустымды коллектив алдында оятҡа ҡалдырмайым тип тырышып, бер аҙнала компьютерҙа эшләргә өйрәндем. Ике айҙан иһә Даян менән бергә гәзиттең беренсе сайтына гәзиттә сыҡҡан материалдарҙы ҡуя инек инде, йәғни тәүге администраторҙар булдыҡ. Әйткәндәй, хәҙер ручка менән яҙа алмай ыҙалайым, ҡул онотҡан.
– Гәзиткә эшкә килгәнеңә үкенгәнең булманымы? Тынғыһыҙыраҡ хеҙмәт бит, нисек кенә тиһәң дә. Мәктәпте һағынманыңмы?
– Һөнәремде алмаштырғас, уҡытыусылар өсөн грант системаһы көсәйеп китте. Шуға үкенеп ҡуйған саҡтар булды. “Их, мәктәптә эшләһәм, ошо грантҡа конкурста ҡатнашып ҡарар инем”, – тип йөрөгәнем хәтерҙә.
Ә былай башҡа яҡтан үкенгәнем булманы. Тынғыһыҙ тиеүгә килгәндә, минеңсә, мәғарифта күпкә тынғыһыҙыраҡ ул.
– Эшебеҙҙә иң оҡшағаны нимә?
– Командировка. Ауылдарҙа рәхәтләнеп йөрөп ҡайтам. Үҙемә тип бүленгән айырым махсус биттәрҙе яратам. Мәҫәлән, эш башлағанда уҡ миңә, мәғариф бүлеге хеҙмәткәренә, мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн “Тубырсыҡ” махсус битен сығарыу бурысын йөкмәткәйнеләр. Байтаҡ йылдар ай һайын донъя күреп килде ул. Шулай уҡ 2012 йылдан “Иман” махсус бите өсөн яуаплымын. Ундағы “Мөфтөй яуап бирә” рубрикаһындағы яҙмаларҙан тупланған ике китап та баҫылды. “Иман” әле лә, белеүеңсә, аҙна һайын сығып килә, Аллаға шөкөр.
Бөгөн ауыл хужалығы бүлегендә тыуған төйәген, милли асылыбыҙҙы һаҡларға, борондан килгән кәсептәребеҙҙе үҫтерергә тырышып йәшәгән ысын хеҙмәт кешеләре тормошон яҡтыртам. Улар күңелемә ныҡ яҡын. Атайым да механизатор, урмансы, ҡул оҫтаһы булғанғалыр инде. Аҙ һөйләп, күп эшләгәндәрҙе яратам, хөрмәт итәм.
– “Башҡортостан”дар тураһында ниҙәр әйтерһең?
– Хеҙмәттәштәремдең ихласлығын, уңғанлығын, берҙәмлеген яратам. Уларҙың һәр береһе үҙ урынында ҙур бурыстарҙы лайыҡлы атҡарып килә. Бөгөн эш айырыуса күп, әммә “Башҡортостан”дар бирешмәй, һәр ваҡыттағыса, алда.
– Тормошта һинең өсөн иң мөһиме нимә?
– Яҡын кешеләремдең именлеге.
– Күңел тыныслығы, ҡәнәғәтлек тойғоһо менән йәшәү өсөн нимәләр шарт тип иҫәпләйһең?
– Кемгәлер эйәрмәй, мәжбүрләп оҡшарға тырышмай, үҙең булып ҡалыу. Күңелеңә ҡәнәғәтлек биргән эштәрҙе башҡарыу. Һәр кемгә тик яҡшылыҡ теләү, уңыштарына шатланыу. Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә ышаныу. “Үҙеңде яратырға кәрәк” ти торғайны атайым мәрхүм. Шулай. Үҙеңде яратмаһаң, башҡаларҙы хөрмәтләү, бәхетле итеү мөмкин түгел.
– Ғаиләң тураһында ла һөйләһәң ине.
– Ҡыҙым Гөлдәр менән улым Ирхандың бала сағы хеҙмәттәштәремдең күҙ алдында – 20-се башҡорт гимназияһы менән “Башҡортостан” гәзите редакцияһы араһында йөрөп үтте. Аллаға шөкөр, көслө рухлы, ихлас, туғансыл булып үҫтеләр. Ҡайһы саҡта баҙап ҡалһам, “Әсәй, һин башҡорт та инде. Етмәһә, Бөрйәндән. Ниңә ҡурҡып тораһың?” тигән һүҙҙәре менән генә лә күңелгә көс өҫтәп ебәрә улар.
Ирем Илдар Рәйес улы – Чечен Республикаһындағы хәрби бәрелештәрҙә, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан кеше. Ул яныбыҙҙа саҡта бер ни ҙә ҡурҡыныс түгел. Әйткәндәй, беләһең, МХО мине рулгә ултырырға мәжбүр итте. Юл – тормош, ул да йәшәргә өйрәтә.
Бер туғандарыма килгәндә, Даян, Фидан, Фирүзә – рухиәтебеҙ, милли кәсептәребеҙ һағындағы шәхси эшҡыуарҙар. Өсөһө лә, Аллаға шөкөр, дин юлында. Килендәр, кейәү менән бергә балаларына матур тәрбиә биреп үҫтерергә тырышалар. Әсәйебеҙ Фәриҙә Ғилметдин ҡыҙының быйыл Өфөләге Ислам колледжын тамамлап, 73 йәшендә диплом яҡларға әҙерләнеп йөрөүенә бергәләп һөйөнәбеҙ. Аллаһ ярҙам бирһен!
– Әңгәмә өсөн рәхмәт, Дилбәр. “Башҡортостан”ыбыҙ менән уҙыр юлың оҙон, кинәнесле булһын, ижади хеҙмәтеңдең ҡыуаныстарын татырға яҙһын һиңә!
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әңгәмәләште.
Коллегабыҙ, фотохәбәрсе Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.