Общие статьи
26 Июня , 10:00

Хеҙмәт ярата, тормошто йәмләргә ынтыла ул

“Бәйләнештә”ге төркөмөбөҙҙә барған конкурста Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында йәшәүсе Мәрфүғә Йәлил ҡыҙы Шәйхетдинова бар

Хеҙмәт ярата, тормошто йәмләргә ынтыла улХеҙмәт ярата, тормошто йәмләргә ынтыла ул
Хеҙмәт ярата, тормошто йәмләргә ынтыла ул

Уның менән яҡынданыраҡ таныштырып үтәйек.

Мәрфүғә апай – өс бала әсәһе, дүрт ейәнсәр менән бер ейәненең һөйөклө өләсәһе. Ул – ауылдың ғына түгел, райондың күрке булған хөрмәтле ханым, хеҙмәт алдынғыһы. Үҙ заманында “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән. Колхоз эшенә, тыуған еренең бәрәкәтен арттырыуға күп көс һалған хеҙмәт алдынғыһы КПСС-тың XXVII съезында делегат булып ҡатнашҡан.

Хеҙмәттә ал бирмәгән уңған зат партияның өлкә комитеты, Әлшәй район партия комитеты бюроһы, колхоз идараһы ағзаһы, ауыл советы депутаты булараҡ ҙур йәмәғәт эше алып бара. Мәрфүғә Йәлил ҡыҙы тыуған яғында ғына түгел, унан ситтә лә оло абруй ҡаҙана. Шуға ла бер нисә райондың хеҙмәт коллективы уны СССР-ҙың халыҡ депутатлығына кандидат итеп күрһәтә.

Хаҡлы ялға сыҡҡас та Мәрфүғә апай тыуған ауылының, райондың тормошонан ситтә ҡалмай, ул һәр саҡ йәмәғәтселек менән бергә. Әле ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы, фольклор ансамбле ҡатнашыусыһы. Махсус хәрби операциялағы яҡташтарға ярҙам итеүҙә лә әүҙем ул. Тыуған төйәгенең йәшәйешенә битараф булмаған, бындағы һәр мәсьәләгә үҙенекеләй ҡараған абруйлы шәхес ауылдааштарының, яҡташтарының тәрән ихтирамына лайыҡ.

Ә баҡса үҫтереү, йорт-ихатаһын аллы-гөллө сәскәгә күмеү – Мәрфүғә апайҙың яратҡан шөғөлдәренең береһе. Йәш сағынан тормошто йәмләп, тирә-яғын матурлыҡҡа күмеп, ерҙәштәренең көнкүрешен яҡшыртыуға өлөш индереп, шатлыҡ өләшергә тырышып йәшәгән ханым бөгөн дә үҙенең ошо матур сифаттары, ғәмәлдәре менән күптәргә өлгө булып йәшәй. Уға ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!

Конкурсатыбыҙ өсөн тауыш биреп өлгөрөгөҙ, дуҫтар!

Рәүилә Ғатауллина.

 Фотолар – шәхси архивтан.

Хеҙмәт ярата, тормошто йәмләргә ынтыла ул
Хеҙмәт ярата, тормошто йәмләргә ынтыла ул
Хеҙмәт ярата, тормошто йәмләргә ынтыла ул
Хеҙмәт ярата, тормошто йәмләргә ынтыла ул
Хеҙмәт ярата, тормошто йәмләргә ынтыла ул
Хеҙмәт ярата, тормошто йәмләргә ынтыла ул
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас