

Уңған һәм егәрле башҡорт ҡыҙы тәмлекәстәрҙе түбәндәгесә һаҡлай икән.
1. Яртыға бүлеп туңдырыу Еләкте йыуығыҙ, киптерегеҙ, таҙартығыҙ, шунан урталай бүлеп, туңдырғысҡа һалығыҙ. Бутҡаға һалырға, ҡамыр аштарына, десерттарға һәм өйҙә эшләнгән туңдырмаға бик шәп буласаҡ.
2. Ҡуйыртылған һөт менән туңдырылған еләк. Еләкте ваҡ итеп турағыҙ, өҫтөнә ҡуйыртылған һөт ҡойоғоҙ ҙа туңдырығыҙ. Айырыуса татлы һәм үҙенсәлекле килеп сыға.
3. Еләк иҙмәһе. 1 кг таҙартылған еләккә 400–500 грамм шәкәр алығыҙ. Блендер менән иҙегеҙ, шәкәр өҫтәгеҙ, болғатығыҙ, шунан контейнерҙарға һалып, аҙаҡ туңдырғысҡа ҡуйығыҙ.
4. Еләк ҡайнатмаһы. Еләктәрҙе шәкәр менән бутап, һуты сыҡҡансы көтөгөҙ. Нисбәте: бер килограмға бер килограмм. 7–8 минут (ҡайнап сыҡҡансы) бешерегеҙ, шунан уртаса утта тағы 5–7 минут ҡайнатығыҙ. Күбеген алығыҙ, утты һүндереп, һыуынғанын көтөгөҙ, был циклды тағы ҡабатлағыҙ һәм ҡайнатманы эҫе килеш стерилләнгән банкаларға һалығыҙ.
Автор фотоһы.