

Тирә-яҡ күренештәрҙән, осраҡлы ғына хәлдәрҙән кеше үҙ тормошонда булыр ваҡиғаларға аңлатма, күңелен өйкәгән һорауҙарға яуап таба ала, имеш. Халыҡта йәшәп килгән төрлө юрауҙар ҙа – быға ярҙамсы. Күңел тойомлауына зирәк булырға ғына кәрәк, күңелһеҙлектәрҙе кисектерергә, ваҡиғаларға тәьҫир итергә мөмкин. Серле күренештәрҙе өйрәнеүселәр ҙә: “Төрлө билдәләр, хатта ғәжәп тойолған осраҡлыҡтар – яҙмыштың булыр нәмәне алдан иҫкәртергә тырышыуы”, – ти.
Әйтәйек, алыҫ юлға йыйынаһығыҙ. Кейенеп торғанда, ҡапыл кофтағыҙҙың төймәһе өҙөлөп төштө, ти. Быға артыҡ иғтибар бирмәй, икенсене алып кейҙегеҙ. Тик хәҙер инде алдан уҡ алып ҡуйған билет табылмай, инде уныһын табып, сығырға йүнәлгәндә, йоҙаҡтың асҡысы эшләмәй... Туҡта, ниңә әле бер, әле икенсе ҡаршылыҡ сығып тора һуң, тип аптырауға ҡала әҙәм балаһы. Төймә өҙөлөүе – бер хәл, ә бында бит бер-бер артлы ни ҙә булһа килеп сыға. Юлға сығырға кәрәкмәй, тигән ишара түгелме икән был... Фәрештәгеҙме, әллә мәрхүм яҡынығыҙҙың рухымы туҡтатырға, нимәнәндер ҡурсырға тырыша түгелме икән?
Тирә-яҡта йыш күҙгә ташланған һан йәки ябай һүҙ ҙә беҙгә нимәнелер аңғартырға ебәрелеүе мөмкин. Танышым менән булған хәлде һөйләп үтке килә.
Н. бай ғына фирмала эшләй. Эшен ярата, белеп башҡара, тик эш хаҡы ғына бәләкәйерәк. Уны арттырыуҙы һорап етәксегә мөрәжәғәт итергә талпынып-талпынып ҡуя, әммә ҡыйыулығы етмәй. Көн артынан көн үтә тора, бер нәмә лә үҙгәрмәй, ә эш арта ғына. Шулай бер көндө Н., ҡыйыуһыҙлығы өсөн эстән үҙен әрләй-әрләй, эшкә китеп бара. Юлы рәт булып теҙелгән магазиндар янынан үтә. Ни ғәжәп, башҡа ваҡытта иртән бикле торған бөтә ишектәрҙә лә – “Асыҡ” тигән яҙыу! Н. быны ниндәйҙер ишара тип ҡабул итә. Офисҡа барып ингәс тә, бар ҡыйыулығын туплап, етәксенең ишеген шаҡый... Шул көндө үк уның эш хаҡы ярайһы арттырыла! Етәксеһе танышымды, “был һорау кисә ҡуҙғатылған булһа, үтенесегеҙҙе кире ҡағыр инем” тип тә аптырата. “Бөгөн кәйеф шәп, матур хәбәр алдым, йондоҙҙар ҙа, күрәһең, һеҙҙең яҡлы”, – ти ул.
Эргә-тирәләге кешеләрҙең һүҙҙәре лә мөһим мәғлүмәт еткереүе, мәҫәлән, күңелде өйкәгән һорауға яуап табырға ярҙам итеүе ихтимал. Ошонда тағы бер тормошсан миҫал.
Өфөлә йәшәгән бер ағай, ата-әсәһе мәрхүм булғас, атай йортон һатырға булды. Яратҡан эше, ғаиләһе – баш ҡалала. Ауыл үтә йыраҡ, унда инде туғандары ла ҡалмаған тиерлек. Йорт оҙаҡ буш торһа, серей башлай, әрәм иткәнсе, һатып ебәр, тип кәңәш итә күбеһе. Ул шулай хәл итә һәм тыуған яғына юлға сыға. Күңеле бик болоҡһой – уны йәнтөйәге менән бәйләп торған еп бөтөнләй өҙөлә бит... Ата-әсәһенең рухы рәнйер, тип тә әҙгәләнә.
Автобуста уның йәнәшәһенә һүҙгә ныҡ әүәҫ юлдаш тура килә. Йорт-ҡураһындағы эше, хәстәрҙәре тураһында йәнләнеп, яратып һөйләй. Ҡапыл ул: “Ер ҙә үҙенә хөрмәт менән ҡараусыларға рәхмәт менән яуап бирә”, – тип ҡуя. Ағай кеше һиҫкәнеп китә, сөнки атаһы ла ошо һүҙҙәрҙе йыш ҡабатлай торған була... Ошо бер кәлимә һүҙ уның ҡарарын да, тормошон да ҡырҡа үҙгәртә. Ҡалалағы фатирын үҫеп еткән улы менән ҡыҙына ҡалдыра ла ҡатыны менән тыуған ауылына йәшәргә ҡайтып китә. Быға һис ҡасан үкенмәй, сөнки егәрле кешегә тыуған яғында ла шөғөл табыла, мохтажлыҡ кисермәй йәшәй улар. Өҫтәүенә саф һауа, тыуған ере бәрәкәте һаулығына ла ыңғай йоғонто яһай. Гел борсоулы, хәүеф тойғоһо менән йөрөгән кешенең күңеле тыныслана, йоҡоһо рәтләнә. Атай нигеҙен яңыса йүнәтеп ала улар, ул хәҙер бар ауылға йәм биреп ултыра.
Иллюстрация яһалма зиһен ярҙамында эшләнде.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!