Республикала “Йәшәл Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә 17 мең эре ағас һәм дүрт мең ҡыуаҡлыҡ ултыртырға йыйыналар. Был турала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәев белдерҙе.
Ағас ултыртыуҙың тәүге этабы 27 апрелгә билдәләнгән. Тап ошо көндө икенсе дөйөм республика өмәһе үтәсәк.
Муниципалитеттарҙа тематик аллеялар ултыртыу өсөн 57 ер участкаһы билдәләнгән. Ҡарағай, шыршы, ҡайын, йүкә, тирәк ағастары, барбарис, спирея, миләш, гөлйемеш ҡыуаҡтары ултыртыу планлаштырыла.
Акция һөҙөмтәләре буйынса “Йәшел Башҡортостан” фотоконкурсы ла үтәсәк. Унда ҡатнашыу өсөн акцияға барып, ағас ултыртырға, фотография эшләргә һәм уны социаль селтәрҙәргә #зеленаяБашкирия2019 хэштегы менән һалырға кәрәк. Еңеүселәрҙе “лайыҡтар” һаны буйынса ике номинацияла билдәләйәсәктәр.