Бөтә яңылыҡтар
Экология
12 Апрель 2019, 19:32

Алыҫ райондарҙан да сүп-сар сығарыла

“Эко-Сити” төбәк операторы ҙур һыйҙырышлы алты яңы сүп-сар машинаһы һатып алған. Бының өсөн 60 миллион һум аҡса тотонолған.

“Эко-Сити” төбәк операторы ҙур һыйҙырышлы алты яңы сүп-сар машинаһы һатып алған. Бының өсөн 60 миллион һум аҡса тотонолған.
Өс автомобиль март айында уҡ республиканың алыҫ биш районында эшкә тотондо. Бында “сүп-сар реформаһы” башланғанға тиклем ҡалдыҡтар үҙәкләштереп сығарылмай ине.
Ике “КамАЗ” Хәйбулла менән Әбйәлил райондарын хеҙмәтләндерә. IVECO сүп-сар ташыу машиналары Күгәрсен, Ейәнсура һәм Йылайыр яҡтарында йөрөй. Яңы техника ярҙамында төбәк операторы марттан 136 мең кеше йәшәгән 386 ауылды хеҙмәтләндерә.
15 апрелдә Федоровка һәм Белорет райондарына тағы өс машина киләсәк. Шулай уҡ улар шәмбе өмәләренән һуң Бөрйән һәм Стәрлетамаҡ райондары сүп-сарын да сығарасаҡ.
– Яңы техника алыу быға тиклем барып етмәгән райондарға ла инеп, унан сүп-сар сығарыу мөмкинлеген бирҙе, – ти “Эко-Сити” ойошмаһының генераль директоры Семен Земков.