Бөтә яңылыҡтар
Экология
23 Апрель 2019, 12:32

Эшлә лә былау аша

Үҙ ғүмереңдән бер төп ағас та ултыртмағанһың икән, тимәк, тормошоңдо бушҡа үткәргәнһең тигән һүҙ. Һәр хәлдә халыҡ аҡылы шулай ти. Ә бит ерҙе йәмләндереүҙән кеше үҙе лә, тәбиғәт тә ота.

Үҙ ғүмереңдән бер төп ағас та ултыртмағанһың икән, тимәк, тормошоңдо бушҡа үткәргәнһең тигән һүҙ. Һәр хәлдә халыҡ аҡылы шулай ти. Ә бит ерҙе йәмләндереүҙән кеше үҙе лә, тәбиғәт тә ота.


Шуға күрә республикала үткәрелгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһына Саҡмағош районының хеҙмәт коллективтары ҙур теләк менән ҡушылды. Район үҙәгенең “Өфө” биҫтәһе биләмәһендә ҡарағай, миләш һәм ҡарағас үҫентеләре ултыртылды.


Эш күңелле, берҙәм барҙы. Район ҡулланыусылар йәмғиәте өмәселәрҙе тәмле былау һәм ҡайнар сәй менән һыйланы. Саҡмағоштар ултыртҡан 1300 үҫенте район экологияһын яҡшыртыуға ҙур өлөш булды.


Фото: Саҡмағош районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: