Баймаҡ районының ветерандар ойошмаһы һәм Ярат ауылының оло йәштәгеләре Башҡортостан ойошторолоуҙы 100 йыллығына сиктәрендә, ауылдан алыҫ булмаған урында 100 ағас ултыртты. Өмәлә ҡатнашыусыларҙың күбеһе ҡасандыр Карл Маркс исемендәге колхозда эшләгән.
– Ағас үҫентеләрен ауыл халҡы ғына түгел, күрше Ғүмәр, Йәрмөхәмәттә йәшәүселәр ҙә алып килде, – ти Ярат ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Йәнбирҙин. – Алма, балан һәм сирень ағастары ултыртылды. Өмәлә ҡатнашыусы иң оло кеше – Мәрзиә Уйылдановаға 90 йәш булһа, ир-егеттәрҙән Әнүәр Мырҙабулатовҡа – 84 йәш тулды. Мәктәп уҡыусылары ла ярҙамлашты.
Саранан Яратта тыуып-үҫкән, әле Баймаҡта йәшәүсе 73 йәшлек Рәмзиә Романова ла ситтә ҡалмаған. Һеңлеһе һәм ике ҡустыһы менән ағас ултыртыуға үҙ өлөштәрен индерҙе.
Ошо уҡ көндө яраттар үҙҙәренең күренекле ауылдаштарына – Карл Маркс колхозының Ленин ордены кавалерҙары Ғиниәт Насыров, Ғүмәр Иҫсурин, Фәтхелислам һәм Нурия Үҙәнбаевтар, Ғәйфулла Әхмәровтарҙың исемдәре яҙылған мемориаль таҡта ла асты.