Был шәмбе бар республика халҡы ағас ултыртыу өмәһенә әҙерләнә. Ә ҡайһы бер төбәктәр эште алдан уҡ башларға ла өлгөргән. Мәҫәлән, Ишембай районының Этҡол һәм Скворчиха ауылдары кешеләре тәүгеләрҙән булып “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылған.
Этҡолдар кисә мәсет урамына – 35, ауылдағы Исмәғил Шәрипов исемендәге аллеяға 15 ҡарағай ултыртҡан.
– Ағас ултыртыу – бик изге ғәмәл ул. Шәмбе дөйөм өмә көнөндә, ауылдың Бөйөк Еңеүгә арналған паркына йүкә ағастары ултыртмаҡсыбыҙ, – тине Этҡол ауылы хакимиәте башлығы Нәсимә Әйүпова. – Шулай уҡ был көндө зыяратта өмә үткәрәсәкбеҙ. Ауыл халҡы дәррәү ҡатнашыр, тип көтәбеҙ.
Фото: Светлана Ғарифуллина