Бөтә яңылыҡтар
Экология
25 Апрель 2019, 21:28

Төйәк киләсәген хәстәрләп

Республикала киң ҡолас алған “Йәшел Башҡортостан” акцияһына Баймаҡ районының Таулыҡай мәктәбе коллективы һәм уҡыусылары ла дәррәү ҡушылды.

Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Республикала киң ҡолас алған “Йәшел Башҡортостан” акцияһына Баймаҡ районының Таулыҡай мәктәбе коллективы һәм уҡыусылары ла дәррәү ҡушылды.
Өмәлә шулай уҡ ауылдың имам-хатибы Фәрит Ҡотосов, ир-егеттәр ҡоро етәксеһе Ғәлим Оморҙаҡов һәм ата-әсәләр комитеты рәйесе Рәүилә Оморҙаҡовалар ҙа ҡатнашты.
Таулыҡайҙар мәсет янына һәм урындағы паркка ике мең төп ағас ултыртты. Үҫенте менән ярҙам иткән ауылдаштары, ошо уҡ мәктәптең сығарылыш уҡыусыһы, урман хужалығы белгесе Зөлфәт Дәүләкәновҡа ҙур рәхмәтле улар.
Акция артабан да дауам итәсәк, тағы 1200 төп ағас ултыртыу планлаштырыла.
Читайте нас: