27 апрелдә Өфөлә, башҡа муниципалитеттарҙағы кеүек үк, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы башлана. “Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит!” саҡырыуы аҫтында үткән сарала теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.
Әйткәндәй, Ҡамышлы урамындағы яңы Спорт әҙерлеге үҙәге янында барлығы 100 шыршы ултыртасаҡтар.
– Акцияны июндә, Халыҡ-ара балалар уйындары алдынан асыласаҡ үҙәк биләмәһендә үткәрәбеҙ. Сара нигеҙендә көн һайын 20-30 үҫенте ултыртабыҙ. Ағастар инфраструктураның биҙәү элементы ғына түгел, спорт объектын әсе елдәрҙән һаҡлаған ҡалҡан да буласаҡ, – тине йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.
Беренсе көндә бында – 31, иртәгәһенә тағы ла 24 шыршы ултыртылды.
Фото: Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан