Экология
27 Апрель 2019, 10:20

Бүребай шахтерҙары ла йәшеллек яҡлы

Хәйбулла районының Бүребай ҡасабаһында ағас ултыртыуға элек-электән ҙур иғтибар бирелә. Әле лә унда йәшеллек айлығы ҡыҙыу бара.

Фотолар Рөстәм Аблаевтың шәхси сайтынан.Фотолар Рөстәм Аблаевтың шәхси сайтынан.
Фотолар Рөстәм Аблаевтың шәхси сайтынан.
Хәйбулла районының Бүребай ҡасабаһында ағас ултыртыуға элек-электән ҙур иғтибар бирелә. Әле лә унда йәшеллек айлығы ҡыҙыу бара.


“Йәшел Башҡортостан” акцияһына ярашлы, ауылдың белем усағы хеҙмәткәрҙәре уҡыусылар менән берлектә мәктәп биләмәһендә ағас ултыртты. Сарала Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Аблаев та ҡатнашты.


Ағас үҫентеләрен алыуҙа Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты ҙур ярҙам күрһәткән. Йәмғиәттең хеҙмәткәрҙәре лә өмәнән ситтә ҡалманы.

Читайте нас