Башҡортостан
-13 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Экология
27 Апрель 2019, 13:11
“Был ағастарҙы беҙ ултырттыҡ!”
Шулай тип ғорурланып әйтерлек булһын киләсәктә, ти әбйәлилдәр.
Фото: Рәзинә Әғзәмова.
Шулай тип ғорурланып әйтерлек булһын киләсәктә, ти әбйәлилдәр.
Эйе, йылдар үтер, урмандар шаулап үҫер, әле ағас ултыртыусыларҙың ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре тирә-йүнгә һоҡланып ҡарап: “Был – беҙҙең ата-бабаларыбыҙ үҫтергән йәшеллек”, – тип ғорурланыр, тәбиғәтебеҙҙе артабан да һаҡларға ынтылыр.
Тап шундай күтәренке кәйефтә Әбйәлил районының төрлө ойошма-учреждениелары, идаралыҡтары вәкилдәре Айғырбатҡан ауылы эргәһендәге Һабантуй майҙаны янында, “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ярашлы, ағас ултыртты.
Әле райондың тағы бер нисә урынында ошондай өмәләр дәррәү бара.
#ЗеленаяБашкирия
#УфаЭкоСтолица
#МояРеспублика
#ЧистаяУфа2019
#ЭКОграмотность
Читайте нас:
Новости партнеров
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.