Иртәгә, 27 апрелдә, бөтөн республика буйынса “Йәшел Башҡортостан” экологик өмәһе үтә.
Мәғлүм булыуынса, бындай сара быйыл икенсе тапҡыр ойошторола: 6 апрелдә тәүге яҙғы өмәгә төбәгебеҙҙән 320 меңгә яҡын кеше сыҡҡайны.
Төп маҡсат, әлбиттә, үҙебеҙ йәшәгән мөхиттең санитар-экологик торошон яҡшыртыу, биләмәләрҙе төҙөкләндереү.
Өмәлә ҡатнашайыҡ, тирә-йүнебеҙҙе бергәләп таҙартайыҡ!