Бөтә яңылыҡтар
Экология
27 Апрель 2019, 14:02

Сыңғыҙҙар, афарин!

Баймаҡ районының Сыңғыҙ халҡы ла республика акцияһына дәррәү ҡушылып, ауылға ингән юл буйына ете меңгә яҡын төп ағас ултыртты.

Фото Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Фото Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Баймаҡ районының Сыңғыҙ халҡы ла республика акцияһына дәррәү ҡушылып, ауылға ингән юл буйына ете меңгә яҡын төп ағас ултыртты.


Олоһо ла, кесеһе лә әүҙем ҡатнашҡан өмә йыр-моң менән башланып китте. Ағас ултыртыу эшендә район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев тә ҡатнашты. Ул ауыл әүҙемселәре Нияз Уразбаевҡа, Булат Рәжәповҡа, абруйлы уҙаман Фәйзрахман Усмановҡа (әйткәндәй, ул Экология йылында Урал аръяғында уҙғарылған “Таҙа Һаҡмар” акцияһы инициаторы), ағас менән ярҙам иткән урмансыларға, мәктәп уҡыусыларына, ғөмүмән, киләсәгенә битараф булмаған барлыҡ сыңғыҙҙарға ҙур рәхмәт белдерҙе. Урындағы мәсеттең имам-хатибы күркәм ғәмәл алдынан доға ҡылып, изге теләктәрен еткерҙе.


Арҙаҡлы шәхестәр үҫтергән, шуларҙың береһе – композитор Хөсәйен Әхмәтовтың “Тыуған ауылым” йырында данланған Сыңғыҙ киләсәктә тағы ла матурланыр, көс-ҡеүәте артыр тигән ышаныстабыҙ.


“Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 ҡарағас” девизы менән башланып киткән идея үҫеп, киңәйеп, меңәрләгән ағас ултыртыу менән тамамланды.

Читайте нас: