Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Апрель 2019, 20:11

Иң мөһиме – халыҡтың сәләмәтлеге

“Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһына дәррәү ҡушылған Борай халҡы “Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит!” саҡырыуының киләсәк өсөн ни ҡәҙәр мөһим икәненә тәрән төшөнөп, изге ғәмәлде ихлас башҡара.

Борай районы хакимиәте башлығы Р. Исхаҡовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

“26 апрелдә Борай участка урмансылығының Кәшкәләү ауыл советы биләмәһендәге биш гектар ергә ҡарағай үҫентеләре ултыртылды, – ти район хакимиәте башлығы Рөстәм Исхаҡов. – Был ағастың тәбиғи үҙенсәлектәрен, кешенең сәләмәтлеге өсөн һәр яҡлап файҙаһын күҙ уңында тотоп, акция барышында уға өҫтөнлөк бирергә тырышабыҙ. 27 апрелдә ошо маҡсатта эш дауам итте, район халҡы өмәгә дәррәү сыҡты”.

Акцияла ҡатнашҡандарға барлыҡ кәрәк-яраҡ һәр саҡ алдан әҙерләнә. Урман хужалығы белгестәре халыҡҡа ағасты дөрөҫ ултыртырға өйрәтә. Борайҙар дөйөм көс менән район үҙәгенең Көньяҡ биҫтәһендәге “Дуҫлыҡ” паркына, Аҡҡош күле янына ылыҫлы ағас үҫентеләре ултыртты, шулай уҡ бындай эштәр ауылдарҙа ла атҡарылды.

Читайте нас: