“Быйыл беҙ 70 мең үҫенте ултыртыу бурысын алғанбыҙ, – тип яҙҙы социаль селтәрҙә район хакимиәте етәксеһе Фәйез Сыңғыҙов. – Шуның яртыһын үтәнек тә инде. 27 апрелдә республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыусы Олег Полстовалов менән берлектә күмәкләп Красноусол ауылында Бала саҡ аллеяһы булдырҙыҡ”.