Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Апрель 2019, 00:39

Ветерандар үҙ ағасын ултыртты

Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән 94 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла Әблүзин, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, республикала иғлан ителгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһынан ситтә ҡалманы.

Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.

Башҡа хеҙмәт ветерандары менән берлектә Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркына сығып, фронтовик үҙенең ҡайын ағасын ултыртты.

“Был паркта мин һәр көн саф һауа һуларға сығам. Әле бүләсәрем Диниә менән килдек. Үҙ ғүмеремдә әллә күпме ағас ултырттым, әммә бөгөнгө ҡайынымдың ҡала паркында барлыҡҡа килгән Ветерандар аллеяһының тәүге ағасы булыуы менән ғорурланам. Әле Баймаҡта кинйә ҡыҙым менән йәшәйем, үҙем Байыштанмын, – тип һөйләне олатай.

Әйткәндәй, Юбилей урамы, 22 А адресы буйынса йәшәгән инәйҙәр – Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ветерандарҙың тол ҡатындары ла ағас ултырыуҙа ҡатнашып, үҙ йорттары янында Тол ҡатындар аллеяһын барлыҡҡа килтерҙе.

Читайте нас: