Дөйөм эшкә урындағы төрлө ойошмаларҙан, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һ.б. учреждениеларынан һәммәһе 700-ҙән ашыу кеше үҙ өлөшөн индерҙе. Йылайыр һәм Кананикольск урман хужалыҡтарында 45 мең төптән ашыу ағас ултыртылды, ауыл биләмәләрендә иһә – 650.
Район үҙәгенең Шәйехзада Бабич исемендәге гимназияһы янында – халҡыбыҙҙың олуғ шәхесе Шәйехзада Бабич, Йылайыр урта мәктәбе биләмәһендә Советтар Союзы Геройы Николай Ириков исемендәге аллеялар барлыҡҡа килде.