Бөтә яңылыҡтар
Экология
29 Апрель 2019, 21:35

Балыҡсыға ла "ҡармаҡ" һалалар...

Рәсәйҙә балыҡсыларға һалым индерергә тәҡдим иткәндәр. Кем дә кем, әммә бындай фекерҙе балыҡ тотоу буйынса донъя чемпионы Константин Кузьмин белдерер тип һис кем көтмәгәндер.

Автор фотоһы.
Рәсәйҙә балыҡсыларға һалым индерергә тәҡдим иткәндәр. Кем дә кем, әммә бындай фекерҙе балыҡ тотоу буйынса донъя чемпионы Константин Кузьмин белдерер тип һис кем көтмәгәндер.
Ул ошондай сараны ҡулланып, илдең күл-йылғаларындағы “артыҡ” кешеләрҙән ҡотолоу юлын тәҡдим итә.


Кузьмин белдереүенсә, Кипрҙа граждандар йылына билдәле хаҡ түләй. Аҡса балыҡты һәм һыу ятҡылыҡтарын һаҡлауға йүнәлтелә. Уға вәкәләтле кешеләр идара итеп, аҙаҡ ниндәй маҡсатта тотонолғанына отчет бирергә тейеш.


Һалым күләме ике мең һумдан кәм булмаҫҡа тейеш. Төбәктәр иһә үҙ ташламаларын индерә ала.