Тирә-яҡ мөхитте таҙартыу, һаҡлау, йәшелләндереү сараларында Белорет халҡы һәр ваҡыт дәррәү ҡатнаша.
Улар “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ла ҙур теләк менән әүҙем ҡушылды. Бюджет хеҙмәткәрҙәре, уҡыу йорттары студенттары, эшҡыуарҙар, ғөмүмән, ғәзиз тәбиғәте киләсәгенә битараф булмаған һәр кем шыршы, ҡарағай, ҡайын ағастары ултыртыуҙа ихлас ҡатнашты.
Ҡаланың Блюхер урамы, мәсет, пенсия фонды идаралығы, прокуратура биналары алды, ҡорос ҡойоусыларға ҡуйылған һәйкәл эргәһе бөтөнләй икенсе төҫ алғандай тойолдо.
Акцияла Шығай, Йөйәк, Ишле, Инйәр биләмәләре халҡы ла ҙур әүҙемлек күрһәтте. Ә тирләндәр Матросов исемендәге балалар лагерына илткән юл буйына 12 мең төп ҡарағай ултыртты.