Экология
30 Апрель 2019, 12:11

Ағас ултырт, ғүмер бүләк ит!

Бәхет төшөнсәһен һәр кем үҙенсә аңлай. Кемдер ағастарға һоҡланып ҡарарға, тау- урмандарға ял итергә барырға, унда саф һауа һуларға яратһа, кемдер бар ғүмерен ошо йәшел ҡалҡанды үҫтереүгә арнай. Һуңғылары иһә бары маҡтауға лайыҡ. Бигерәк тә хәҙерге бар нәмә тиерлек аҡса менән иҫәпләнгән, техника заманында хатта мәғрур урмандар ҙа яҡлауға, һаҡлауға мохтаж.

Ә бына ошо бурысты республикабыҙҙың Урман хужалығы министрлығы вәкилдәре, урман хужалыҡтары, ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәре һәм Башҡортостан дәүләт аграр университеты, Өфө урман хужалығы хужалығы техникумы етәкселектәре һәм студенттары атҡара.

Үткән экологик шәмбелә барыһы 400-гә яҡын кеше “Ағас ултырт. Ғүмер бүләк ит!” тигән девиз аҫтында үткән “Йәшел Башҡортостан” тигән акцияла ҡатнашты: Кушнаренко районының Солтанай ауылы эргәһендә ағас ултыртты. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов, Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Руслан Ғизәтуллин һәм башҡалар булды.

– Өфө урман хужалығы техникумы хеҙмәткәрҙәре 20 меңгә яҡын ағас үҫентеһе килтергәйне. Шуларҙың яртыһы – ҡарағай, ҡалғандары – ҡарағай үҫентеләре, – тине республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары Азат Әхтәмов.

Өфө урман хужалығы техникумынан илле студент һәм биш хеҙмәткәр барҙы. Уҡыу йорто директоры Хәлит Сөләймәновтың әйтеүенсә, 5 гектар ерҙә 20 мең үҫенте ултыртылған. Әйткәндәй, был көндө сарала ҡатнашыусы иң йәш Илеонора Дәүләтгәрәеваға ике йәш тулған. Уға Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Р. Ғиззәтуллин йомшаҡ уйынсыҡ бүләк иткән. Өфөлә “Бәләкәй принцессалар балы”нда ҡатнашҡан Аня Нәбиуллина иһә әсәһе менән бергә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа үҙ ҡулдары менән бүләк – сигелгән һәм “Йәшел Башҡортостан” билдәһен һынландырған ағас әҙерләгән булған.

Фото: http: //kushnarenkovo.bashkortostan/ru

Фото Кушнаренково
Читайте нас