“Уларҙы алыу, аҙаҡ теүәл эшләүен тәьмин итеү – муниципалитеттарҙың иңендә, – ти “Экология Т” төбәк операторы директоры Илнур Шакиров. – Әммә йөҙләгән пластик ҡоролманы бер юлы һатып алыу, әлбиттә, бәләкәй район өсөн ҙур финанс көсөргәнеш тыуҙыра. Өҫтәүенә уларҙы хеҙмәтләндереү, ремонтлау өсөн штат булдырырға кәрәк. Ошондай сығымдарҙан азат итеү маҡсатында, беҙ контейнерҙарҙы арендаға бирәбеҙ”.