Бөтә яңылыҡтар
Экология
30 Апрель 2019, 13:21

Һәр ғәмәл үҙебеҙҙән башлана

Яҡын-тирәләге мөхит һәммәбеҙҙең кәйефенә, хатта йәшәйешенә йоғонто яһамайынса ҡалмай. Шуға тормошобоҙҙо йәмлерәк, йәнлерәк итеү ҙә бары үҙебеҙгә бәйле, ҡала-ауылдарыбыҙ ҙа һаҡсыл ҡараш талап итә. Йәшәү нигеҙе булған ер ҙә иғтибарға мохтаж.

Яҡын-тирәләге мөхит һәммәбеҙҙең кәйефенә, хатта йәшәйешенә йоғонто яһамайынса ҡалмай. Шуға тормошобоҙҙо йәмлерәк, йәнлерәк итеү ҙә бары үҙебеҙгә бәйле, ҡала-ауылдарыбыҙ ҙа һаҡсыл ҡараш талап итә. Йәшәү нигеҙе булған ер ҙә иғтибарға мохтаж.


Үткән шәмбе Өфө районының Шамонин ауылы халҡы ла тотош республикала үткәрелгән экологик өмәгә ихлас ҡушылды. “Ысыҡҡай” балалар баҡсаһында был сара гөрләп үтте. Бер нисә сәғәт эсендә әллә күпме эш атҡарылды. Һәр кем ғәзиз ҡыҙы йәки улы йөрөгән балалар баҡсаһы һәм уның эргә-тирәһе матур, йыйнаҡ булһын өсөн бар көсөн һалды.


Әйткәндәй, экологик өмә быйыл Башҡортостанда беренсе тапҡыр ғына үткәрелмәй. Сираттағыһы тағы бер үҙенсәлеклелеге менән айырылды: төрлө ойошмалар, предприятиелар, коммуналь хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар, студенттар, ғөмүмән, әүҙем граждандар республиканың һәм баш ҡаланың урамдарын таҙартып, буяп, ипкә килтереп кенә ҡалманы, ағас-үҫентеләр ҙә ултыртты.


Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров: “Был акция даими буласаҡ”, – тип белдерҙе. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә барыһы 112 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Үткән ялдарҙа төбәктә миллион ярымға ағас күбәйҙе, тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең бәйләнештәр селтәрендәге сәхифәһендә. Шулай итеп, барыһы 7 мең гектар ер йәшелләндереләсәк, бер нисә миллион ағас-үҫенте ултыртыласаҡ.


Өфөлә 106 меңдән ашыу кеше торлаҡ-коммуналь өлкә хеҙмәтсәндәренә ҡала биләмәһендәге сүп-сарҙы таҙартыуҙа ярҙам итеү өсөн сыҡты, ағастар ултыртты, төрлө ойошма-предприятиелар, йорттар эргәһен ипкә килтерҙе, буяны. Экологик сара ваҡытында барыһы 3661 мең кубометр сүп-сар көнкүреш полигонына сығарылған. Бының өсөн 874 берәмек техника йәлеп ителгән. Уларҙың 381-е юлдарҙы һәм урамдарҙы таҙартҡан.


Баш ҡаланың ете районында ла ылыҫлы ағастарҙан яңы аллеялар барлыҡҡа килде, барыһы 2573 ағас һәм 221 ҡыуаҡ ултыртылды. Экологик өмәгә Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин да ҡушылды. Ул был акцияның вайымһыҙ өфөләрҙең юҡлығын асыҡлауы, уларҙың эш-ҡылыҡтары менән ҡалаға һаҡсыл ҡарашын һәм һөйөүен белдереүе хаҡында әйтте.


Өфөләге Непейцев дендропаркындағы өмәгә 600-ҙән ашыу кеше сыҡты. Дендропарк – ҡала эсендәге берҙән-бер айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе. Был эш “Парктар маршы” проекты сиктәрендә атҡарылды. БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Наталья Логунова акцияның мөһимлеген билдәләне.


– Был урын йөҙ йәшлек ағастарҙың үҫеүе менән үҙенсәлекле. Бында уларҙың Рәсәйҙән һәм яҡын илдәрҙән килтерелгән 100-ҙән ашыу төрө бар. Дендропаркты киләсәк быуындарға тәбиғәт һәйкәле булараҡ һаҡларға тейешбеҙ, – тине ул.


Сарала урындағы халыҡ ҡына түгел, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, ҡала хакимиәте һәм башҡа министрлыҡтар, ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.


Баш ҡалала биләмәләрҙе таҙартыу, ипкә килтереү, йәшелләндереү буйынса айлыҡ 11 майға тиклем барасаҡ.

Ренара Ғазина фотоһы.