Бөтә яңылыҡтар
Экология
30 Апрель 2019, 15:58

Ташлама, тапшыр!

Ер йөҙөндә халыҡ һаны арта, йәшәү сифаты күтәрелә, кешеләр көндән-көн күберәк тауар һатып ала. Йыл дауамында уның 90 проценты сүплеккә ырғытыла. Уртаса һәр кем йыл да 400 кг сүп-сар ташлай, шуның яртыһы тиерлек – ҡағыҙ.

Әгәр ҙә ошо хәтлем ҡағыҙҙы эшкәртә алһаҡ, сүп-сар өйөмдәре күпкә кәмер, биләмәләребеҙ таҙараҡ булыр ине. Бер тонна ҡағыҙ етештереү өсөн ун йыллыҡ 25 ағасты ҡырҡырға, эшкәртергә кәрәк, ти белгестәр. 60 кг макулатура бер ағасты һаҡлай.

“Макулатура тапшыр – ағасты һаҡла” тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһында ҡырмыҫҡалылар әүҙем ҡатнашты, ике тоннаға яҡын ҡағыҙ йыйҙы. Айырыуса Ҡабаҡ ауыл Советы ҙур тырышлыҡ күрһәтеп, 1500 кг макулатура йыйып тапшырҙы.

Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: