Экология
30 Апреля 2019, 09:41

Йәшеллеккә, матурлыҡҡа кем генә ынтылмай!

Көндәр йылыныу менән һәр ерҙә экологик өмәләр башлана. Һөҙөмтәлә ҡала һәм район матурайып, таҙарып ҡала. Күп кенә предприятие-ойошмалар һәм, әлбиттә, халыҡ был сараға ихлас ҡушыла.

Көндәр йылыныу менән һәр ерҙә экологик өмәләр башлана. Һөҙөмтәлә ҡала һәм район матурайып, таҙарып ҡала. Күп кенә предприятие-ойошмалар һәм, әлбиттә, халыҡ был сараға ихлас ҡушыла.


Дәүләкәндәр ҡаланың һәм райондың таҙалығы һәр кемдең үҙенә бәйле икәнлеге хаҡында онотмай. Шуға “Йәшел Башҡортостан” дөйөм республика акцияһына ихлас ҡушылдылар. Район ойошмалары ла халыҡҡа ҡыш буйы йыйылған сүп-сарҙы түгергә транспорт менән ярҙам итә. Дәүләкәндәр май байрамдарын матур, таҙа урам-ихаталар, ағас үҫен­теләре ултыртыу менән ҡаршылаясаҡ.
Читайте нас