1 апрелгә тиклем Борай районындағы ауылдарҙың 30 проценты сүп-сар контейнерҙары менән йыһазландырылһа, 1 майҙан был күрһәткес 100 процент тәшкил иткән.
Район хакимиәтенең баш белгесе Салауат Сафиндың әйтеүенсә, 1 июнгә тиклем барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә контейнер участкалары майҙандары булдырыласаҡ. Уларҙың һаны 200-ҙән ашыр тип күҙаллана. Контейнерҙарға килгәндә, ауылдарҙа үткәрелгән йыйылыштарҙа халыҡ уларҙың ҡайҙа урынлаштырыласағын үҙе хәл иткән. Әммә тәҡдим-һорауҙар бар икән, улар хәҙер ҙә ҡабул ителә һәм ҡарала.
Әле ауылдарҙа өс көнгә бер тапҡыр сүп-сар сығарыла. Ә уның өсөн хаҡ контейнер ҡуйылған ваҡыттан алына.
Фото: Борай районы хакимиәте сайтынан.