Тирә-яҡ мөхитте таҙа тотоу – һәр кемдең мөҡәддәс бурысы. Шул иҫәптән ҡала, ауыл биләмәләренең дә таҙалығы һәммәһен дә борсорға тейеш. Сөнки тирә-яҡ мөхит кеше сәләмәтлегенә йоғонто яһамайынса ҡалмай. Ошо хаҡта онотмай ҡалтасылар.
Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан район халҡы биләмәләрен таҙа тоторға ынтыла. Шуға ауылдарҙа сүп-сар йыйыу өсөн 372 контейнер ҡуйылған, 138 майҙансыҡ булдырылған. Шуныһы һөйөнөслө: ауыл биләмәләрендәге төрлө ойошма-предприятиелар ҙа тирә-йүнде таҙа тоторға ынтыла. Район халҡы ла экологик өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша.