Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығына ҡарата иғлан иткән “Хәтер урманы” республика акцияһына әбйәлилдәр ҙә дәррәү ҡушылды. Әбйәлил урмансылығы хеҙмәткәрҙәре Ярлыҡап ауылы янында Ҡаҙмаш урмансылығына ҡараған ике гектар майҙанда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташ яугирҙәр иҫтәлегенә ҡарағай сәсмәлектәре ултыртты.
– Бөгөн был майҙанда һигеҙ меңдән ашыу ике йәшлек ҡарағай сәсмәлектәрен ултыртыуҙы планлаштырғанбыҙ. Һәм ошо урында яҙғы ағас ултыртыуҙы тамамлайбыҙ. Беҙгә йөкмәтелгән 90 гектарҙа урман тергеҙеү эштәрен башҡарҙыҡ. Бынан тыш “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә райондың предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары менән берлектә биш гектарҙа 20 мең төп ҡарағай сәсмәлеге, һабантуй майҙанында 1,5 мең төп ҡайын, миләш һәм ҡарағай ағастары ултыртылды, – тине урман хужалығы директоры Зариф Абдуллин.
Урмансыларға ярҙамға Асҡар ауылындағы 1-се урта мәктәптең “Йәшел урман” мәктәп урмансылығы хәрәкәте ағзалары килде. Ойошма етәксеһе Мәүлиҙә Мәхийәнова әйтеүенсә, уҡыусылар быйыл дүртенсе тапҡыр ағас ултыртыуҙа ҡатнаша.