Улар баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә Өфө йылғаһы ярын сүп-сарҙан таҙартты. Был эштә Башҡортостандың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты, “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проекты етәкселәре, “Байрам”, “Полушка”, “АиФ”, “Лукошко”, “Дворик”, “Фасоль”, “Альдо”, “Ярмарка” сауҙа селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
“Октябрь районы хакимиәте башлығы Роберт Ахуновҡа техника менән тәьмин иткәне, сүп-сарҙы, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыуҙы ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм барлыҡ сауҙа предприятиелары эшсәндәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ”, – тип белдерҙеләр Башҡорт сауҙа ассоциацияһынан.