Экология
28 Мая 2019, 10:12

Урманда хәл тыныс түгел

Бөгөн Башҡортостандың урман хужалығы министрлығында урманды тергеҙеү айлығы, ағас ултыртыу буйынса экологик акциялар буйынса брифинг үтте.

Бөгөн Башҡортостандың урман хужалығы министрлығында урманды тергеҙеү айлығы, ағас ултыртыу буйынса экологик акциялар буйынса брифинг үтте.


- Урмандарҙа янғын мәсьәләһе киҫкен ҡала. Апрель башынан көндәр йылы торҙо, ә ер туң ине. Һөҙөмтәлә, ҡоро үлән янып, урмандар зыян күрҙе. Апрелдән бөгөнгәсә республикала 104 янғын теркәлде, 1480 гектар майҙан зыян күрҙе. Былтыр иһә йыл дауамында 149 янғында 920 гектар урман янғайны. Быйыл иң күп осраҡ Йылайырҙа теркәлде - 34, шулай уҡ Учалы, Белорет, Бөрйән райондарында янғындар күп. Урманда ут сығыуҙың төп сәбәпселәре - ял итеүселәр. Һунарсылар ҙа ут менән һаҡһыҙ эш итә, - тине урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов ғәҙәттән тыш хәлдәргә туҡталып.


Сарала республика журналистары, БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков ҡатнашты. Осрашыу аҙағында Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы менән БР Журналистар союзы араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.


Автор фотоһы.
Читайте нас