Бөтә яңылыҡтар
Экология
31 Май 2019, 12:21

Ә һеҙ килешеү төҙөнөгөҙмө?

Илдә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса быйылдан яңы ҡағиҙәләр индерелде. Яңауыл районында төбәк операторы вазифаһын “Дүртөйлөмелиоводстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡарасаҡ.

Илдә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса быйылдан яңы ҡағиҙәләр индерелде. Яңауыл районында төбәк операторы вазифаһын “Дүртөйлөмелиоводстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡарасаҡ.


Яңы ҡағиҙәләр хакимлыҡ итә башлауына тиклем дә районда ауыл биләмәләре өсөн контейнерҙар алыу буйынса эш башланғайны. Һәр ауыл Советы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн дөйөм суммаһы 1,75 миллион һумға төшкән 16-шар контейнер һатып алды. Шулай уҡ район бюджетынан сүп ташыу машинаһы өсөн аҡса бүленде.


Әле район буйынса 58 контейнер майҙаны әҙерләнгән, ҡалдыҡтар йыйыу өсөн 450 контейнер урынлаштырылған. Ҡала халҡы сүп-сар сығарыуҙы ойоштороу менән яҡшы таныш, әлбиттә, 2018 йыл аҙағында сүп-сар сығарыу 11 ауыл биләмәһендә, бөтәһе 30 тораҡта ойошторолдо. Ошо йыл эсендә ҡаты ҡалдыҡтар туплау урындары булмаған ауылдарҙа эш санитар-эпидемиология закондары талаптарына ярашлы ойоштороласаҡ. Иҫәп буйынса, районда 785 контейнер ҡуйылған 354 майҙансыҡ булдырыу зарур. Ҡалдыҡ­тарҙы йыйыу һәм сығарыуҙы ойоштороу мәсьәләһе буйынса граждандар йыйындары һәр ауыл биләмәһендә үткән. Халыҡтың ҡарары буйынса, сүп-сар аҙнаһына бер тапҡыр сығарыласаҡ.


Раҫланған тариф нигеҙендә ҡаты ҡалдыҡтар сығарыуға тариф бер кубометр өсөн 491,39 һум күләмендә билдәләнгән. Күсеү осоронда был хеҙмәткә түләү бер кешегә 70 һумдан артмаҫҡа тейеш, элек сүп-сар йыйыу ойошторолмаған ауылдарҙа һәр кеше өсөн ул 35 һум тәшкил итәсәк.


Һүҙ ҙә юҡ, реформа ҡатмарлы шарттарҙа бара. Төбәк операторҙары һәм был эштә ҡатнашҡан башҡа ведомстволар менән бәйләнеште камиллаштыраһы бар, халыҡтың да һорауҙары, дәғүәләре етерлек. Ваҡыт үтеү менән барыһы ла яйланыр, һорауҙарға яуаптар табылыр, халыҡ та реформаның айышына, мөһимлегенә төшөнөр. Бының өсөн заманса, экологик яҡтан хәүефһеҙ тармаҡ формалашырға, ҡалдыҡтарҙы йыйыу, сортҡа айырыу, утилләштереү һәм зарарһыҙландырыу буйынса объекттар булдырылырға, элекке сүп-сар өйөмдәре бөтөрөлөргә тейеш.


Яңауыл районы.
Читайте нас: