Экология
8 Июня 2019, 11:35

Эй дуҫҡайым, кил әле, Еҙем буйын күр әле!

Ғафури еренең тәбиғи ҡомартҡыларын һаҡлау, яҡлау маҡсатында төҙөлгән “Еҙем” тәбиғәт паркы 36 482 гектар майҙанды биләй.

Фото: rgo-rb.ruФото: rgo-rb.ru
Фото: rgo-rb.ru
Ғафури еренең тәбиғи ҡомартҡыларын һаҡлау, яҡлау маҡсатында төҙөлгән “Еҙем” тәбиғәт паркы 36 482 гектар майҙанды биләй.


Уның етәксеһе Азамат Ибәтуллин әйтеүенсә, был биләмә үҙе мөғжизәләр иле ул. Мәҫәлән, йылға үҙәнендә 100 мәмерйәне берләштергән уникаль спелеорайон бар. Уға Уралдағы иң матур Киндерле мәмерйәһе лә инә. Билдәле булыуынса, уның оҙонлоғо 13 саҡрымдан ашыу. Әле мәмерйә ябыҡ. Тәбиғәт паркы эшләй башлау менән ул Көньяҡ Уралдағы иң ымһындырғыс туристик объекттар – Ирәмәл һәм Шүлгәнташ менән бер рәттән туристарҙың иң күп йөрөгән урынына әйләнер тип көтөлә.


Еҙем ағымы буйынса саҡ ҡына аҫтараҡ республикалағы иң тәрән (98 м) Октябрь мәмерйәһе урынлашҡан. Күҙгәнәк, Уҡлыҡая һәм Мәмбәт ҡаялары. Күҙгәнәк ҡаяһында ярҙан күренмәгән үтәнән-үтә тишек бар. Мәмбәт – Уралдағы иң бейек һәм оҙон амфитеатрлы ҡая. Уҡлыҡая башында борон төрлө йолалар атҡарылған, һуңынан һабантуйҙар үткәрелгән. Тәбиғәт паркы биләмәһендә 485 төр үҫемлек үҫә.
Һис шикһеҙ, туристарҙың иң яратҡан урынына әйләнер был ер!
Читайте нас