Бөтә яңылыҡтар
Экология
20 Июнь 2019, 13:05

Сибайҙа хәлдәр нисек?

“Сибайҙағы хәл минең шәхсән контролемдә ҡала”, – тип яҙған Фейсбук селтәрендәге сәхифәһендә төбәк етәксеһе.Ул ҡалала ике күсмә лабораторияның әүәлгесә йылдам эшләүен билдәләй. Бөтә үлсәмдәр асыҡтан-асыҡ яһала, теләгән кеше уларҙы күҙәтә ала.

“Сибайҙағы хәл минең шәхсән контролемдә ҡала”, – тип яҙған Фейсбук селтәрендәге сәхифәһендә төбәк етәксеһе.

Ул ҡалала ике күсмә лабораторияның әүәлгесә йылдам эшләүен билдәләй. Бөтә үлсәмдәр асыҡтан-асыҡ яһала, теләгән кеше уларҙы күҙәтә ала.


“Көкөрт диоксиды миҡдарының норманан артыуы һирәк булһа ла осрай, тик бындай хәлдәр карьерға яҡын биләмәләрҙә була, – тип билдәләй Радий Хәбиров. – Табиптар хәлде күҙәтеүен дауам итә. Сирҙәрҙең ҡуҙғып китеү осраҡтары булманы һәм әле лә юҡ. 1328 баланы һәм өлкән йәштәге кешене республика шифаханаларына, тағы ла 500 баланы Ҡырымға дауаланырға, ауырыуҙарын иҫкәртергә ебәрҙек. Урал тау-металлургия компанияһы сибайҙарҙың социаль ихтыяждарына ғәҙәти йөкләмәләренә өҫтәп 200 миллион һум аҡса бүлә. Карьерға һыу тултырыу буйынса эш графиктан алдараҡ бара, көҙгә ҡала халҡына кисергәндәрен иҫкә төшөрөрлөк бер нәмә лә ҡалмаясаҡ. Был мәғлүмәттәрҙең барыһын да мин туранан-тура алам һәм ҡайтанан тикшереп сығам”.


Республика етәксеһе ҡала халҡын ҡотҡоға бирелмәҫкә саҡырҙы. Ошо көндәрҙә Радий Хәбиров Сибайға юлланасаҡ.


Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.
Читайте нас: