Бөтә яңылыҡтар
Экология
12 Июль 2019, 19:09

Республикала иң бысрағы ҡайһы ҡала?

Баш өҫтөбөҙҙә 884,7 тонна бысраҡ осоп йөрөһөн әле!

Фото: esosedi.ru
Фото: esosedi.ru
Республикабыҙ атмосфераһының бысраныу кимәле 2017 йыл менән сағыштырғанда биш процентҡа артҡан. Был хаҡта Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығынан хәбәр иттеләр.


Һауалағы бысраҡ матдәләрҙең дөйөм күләмен нисек иҫәпләйҙәрҙер, уныһын әйтеүе ҡыйын, әммә һандар хайран ҡалдыра. Баш өҫтөбөҙҙә 884,7 тонна бысраҡ осоп йөрөһөн әле!
Иң бысраҡ ҡала тип Салауат ҡалаһы табылды. Бында бер кешегә йылына 321 килограмм зарарлы матдә тура килә. Нефтекама һәм Октябрьский ҡалалары ла “лидер”ҙың үксәһенә баҫып килә (237 һәм 234 кг). Ә иң таҙаһы – Межгорье, һәр кемгә йылына ни бары 65 килограмм бысраҡ матдә тейә.
Читайте нас: