Бөтә яңылыҡтар
Экология
17 Июль 2019, 20:34

Шүлгәнде һыу баҫҡан

Көслө ағым хатта ҡыуаҡтарҙы йөҙҙөрөп алып киткән...

Фото: vk.com
Фото: vk.com
Оҙайлы ямғырҙар сәбәпле Тәтешле районының Шүлгән ауылы урамдарын һыу баҫҡан.


Ташҡын кешеләрҙең баҡсаһындағы байтаҡ уңышҡа зыян килтергән. Ҡайһы бер урындарҙа ағым шул тиклем көслө булған, хатта ҡыуаҡтарҙы ла йөҙҙөрөп алып киткән. Күп йорттарҙың баҙына һыу тулған.


Синоптиктар был төбәктә ямғырҙарҙың дауам итәсәге хаҡында белдерә.


Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың икенсе төбәгендә – Урал аръяғы райондарында аномаль эҫелек һаҡлана, халыҡ ямғыр һорап теләккә сыға. Бына шулай, тәбиғәт кемдәрҙелер – ҡоролоҡ, икенселәрҙе туҡтауһыҙ яуған ҡойма ямғырҙар менән һынай.
Читайте нас: