Көн дә бер яңылыҡ, заман артынан эйәреү көндән-көн ауырлашҡандай. Сүп-сар реформаһы буйынса тағы яңы тәҡдим – күпме контейнер сүп сығарылыуына ҡарап аҡса түләтергә уйлайҙар. Бында төп һүҙ – “сығарыу”.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы әлеге тарифтарҙың ғәҙел булмауын билдәләй. Кеше һанына йәки фатир майҙанына ҡарап көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу хеҙмәтенә билдәләнгән хаҡтар ысынбарлыҡты күрһәтмәй тип иҫәпләй улар.
Әгәр ҙә сүп-сар сығарылған контейнер һанына ҡарап түләнһә, хаҡтарҙың кәмеү мөмкинлеген дә йәшермәйҙәр. Күпме күләмдә сүп сығарылыуына ҡарап түләү дөрөҫ тә, ғәҙел дә кеүек. Әммә әлегә асыҡланмаған һорауҙар күп. Мәҫәлән, контейнерҙарҙы эргә-тирәләге магазин, кафе, парикмахерскийҙарҙың сүп-сар менән тултырыуы сер түгел.
Юридик берәмектәр һәм күп ҡатлы йортта йәшәүселәр араһында түләү дәүмәлен нисек билдәләргә? Өҫтәүенә контейнерҙарҙың ауырлығы ла, күләме лә төрлөсә.