Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн төбәгебеҙҙең биш районы урмандарында юғары класлы янғын хәүефе фаразлана.
Баймаҡ, Йылайыр, Мәләүез һәм Федоровкала – дүртенсе, Хәйбуллала бишенсе класлы хәүеф билдәләнгән.
Ҡотҡарыусылар мәғлүмәттәре буйынса, был арала төбәктә урман янғындары теркәлмәгән. Әле лә юҡ.
Быйыл янғын хәүефе булған миҙгел башланғандан алып төбәктә 143 тәбиғәт янғыны сыҡҡан, уларҙа 1853 гектар урман биләмәһе зыян күргән.