– Һыуға ла, халыҡтың һаулығына ла хәүеф янамай. Был – беренсенән, – тине Радий Фәрит улы. – Икенсенән, зыян күләмен мотлаҡ баһаларға кәрәк. “ПОЛИЭФ” компанияһы етәкселеге беҙҙең менән берлектә эш итә. Законға ярашлы, улар килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш. Хәлгә артабан да мониторинг яһауҙы, ә эш тамамланғас, йомғаҡлау докладын әҙерләүҙе һорайым.