Бөтә яңылыҡтар
Экология
4 Сентябрь 2019, 17:15

Илдең иң бысраҡ ҡалалары ҡайҙа?

Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы илдәге иң бысраҡ ҡалалар исемлеген атаған.

Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы илдәге иң бысраҡ ҡалалар исемлеген атаған.


Ведомствоның "Рәсәй Федерацияһының 2018 йылдағы тирә-яҡ мөхитенең хәле һәм уны һаҡлау тураһында"ғы докладында иң бысраҡтар иҫәбенә Абакан, Ангарск, Барнаул, Братск, Зима, Иркутск, Искитим, Красноярск, Ҡыҙыл, Лесосибирск, Минусинск, Новокузнецк, Норильск, Петровск-Забайкальский, Свирск, Селенгинск, Улан-Удэ, Усолье-Сибирское, Черемхово, Черногорск, Чита, Шелехов ҡалаларын индерелгән. Искитим һәм Абакан был исемлеккә тәүге тапҡыр эләккән, ә инде Ангарск 14 йылдан һуң кире әйләнеп ҡайтҡан.


Приморье крайында, Новгород өлкәһендә һәм Санкт-Петербургта тупраҡ бысраҡ, уртаса ил күрһәткестәре менән сағыштырғанда, уларҙа зарарлы матдәләр өс тапҡырға юғары. Шулай уҡ Киров, Свердловск һәм Силәбе өлкәләрендә, Байкал аръяғында, Төньяҡ Осетия һәм Красноярск крайында ла хәлдәр шәптәп түгел.


iznanka.kz
Читайте нас: