Экология
10 Сентября 2019, 10:00

“Йәшел Башҡортостан”ға әҙерләнегеҙ

Күмәк сара быйыл икенсегә уҙғарыла. Тәүгеһе апрелдә булғайны. 160 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан акцияла 109 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ, Өфөлә генә 2,5 меңдән ашыу үҫенте ултыртылды.

Күмәк сара быйыл икенсегә уҙғарыла. Тәүгеһе апрелдә булғайны. 160 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан акцияла 109 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ, Өфөлә генә 2,5 меңдән ашыу үҫенте ултыртылды.


Көҙгә планлаштырылған “Йәшел Башҡортостан” берҙәм акцияһы Республика көнө алдынан 5 октябрҙә үткәрелә. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев ошо турала белдерҙе.


Ул муниципалитет башлыҡтарының иғтибарын майҙансыҡтарҙы, кәрәк-яраҡты, һаҡлыҡ сараларын алдан әҙерләүгә, шулай уҡ үҫентеләр тамырланып китһен өсөн уларҙы артабан да хәстәрләү зарурлығына йүнәлтте.


— “Йәшел Башҡортостан” акцияһының маҡсаты – ағас ултыртыу ғына түгел, уға халыҡты мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү. Шуға күрә кешеләргә сараның мәғәнәһен һәм бурыстарын, майҙансыҡтарҙың адрестарын аныҡ еткереү мөһим, — тине Радий Хәбиров.


Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.
Читайте нас