Экология
5 Октября 2019, 13:35

Батырлыҡ аллеяһын 150 төп шыршы йәмләй

Бөгөн республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә 70 мең төп ағас ултыртылды, 400 тематик аллея барлыҡҡа килде.

Фото Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте сайтынан.Фото Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Фото Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла "Йәшел Башҡортостан" акцияһына дәррәү ҡушылдылар.


Бер төркөм халыҡ "Сити Молл" сауҙа-күңел асыу үҙәге эргәһендәге майҙансыҡҡа йәш үҫентеләр ултыртты. Ә Батырлыҡ аллеяһында 150 төп шыршы ҡалҡып сыҡты.
Әйткәндәй, бөгөн республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә 70 мең төп ағас ултыртылды, 400 тематик аллея барлыҡҡа килде.
Читайте нас