Килер бер көн, Иглин халҡы баҙрап торған миләш емештәренә ҡарап шулай тип моңланыр әле.
Райондың барлыҡ 19 ауыл хакимиәтендә лә өмәләр, ағас ултыртыу ҡыҙыу төҫ алды. Барса халыҡ дәртләнеп 1 700 тирәһе ағас, ҡыуаҡлыҡ ултыртты. Улар араһында ҡарағат, сейә, алма кеүек емеш ағастары ла шаҡтай ине.
Иглин ауыл советы биләмәһендә 78 төп ҡарағай ултыртылды. Петро-Федоровка ауылында төҙөләсәк балалар майҙансығында ла, төҙөкләндерелгән "Башҡорт ихаталары"нда ла йәш үҫентеләр хасил булды.