Бөтә яңылыҡтар
Экология
5 Октябрь 2019, 17:38

Хәрби ветерандар өлгө күрһәтте

Нефтселәр ҡалаһында акция нисек барҙы?

Фотолар ҡала хакимиәте сайтынан.
Фотолар ҡала хакимиәте сайтынан.
Октябрьский ҡалаһы ла бөгөн үҙенсәлекле байрам төҫө алды.
"Геофизик" скверында волонтер студенттар 42 төп туя ағасын ултыртһа, Еңеү паркында хәрбиҙәр мәж килде. Моряктар, сик буйы, һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары үҙҙәренең мемориалы янына шыршы үҫентеләре алып килде. Кисәге хәрбиҙәр һәйкәлдең тирә-яғын йыйыштырҙы.
Бөгөн нефтселәр ҡалаһында ағас-ҡыуаҡтар һаны 366-ға артты. Бынан тыш, теләгән һәр кеше ҡала питомнигынан үҫенте һатып алып, үҙенең ағасын ултыртты.
Читайте нас: