Экология
6 Октября 2019, 05:34

7500 төп ағас ултыртылды

Учалылар “Йәшел Башҡортостан" акцияһына дәррәү ҡушылды.

Фотолар Учалы районы хакимиәте сайтынан.Фотолар Учалы районы хакимиәте сайтынан.
Фотолар Учалы районы хакимиәте сайтынан.
Республика көнө алдынан учалылар “Йәшел Башҡортостан” акцияһына дәррәү ҡушылды.
Ҡала паркында, урамдарҙа, скверҙарҙа бөтәһе 7500 төп балан, ҡарағай, пирамидаль тирәктәр ултыртылды. Кисә ойошторолған сарала 500-гә яҡын кеше ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова урындағы депутаттар менән ҡала паркын йәшелләндереүҙә ҡатнашты.
Читайте нас