Беренсе үҫентеләрҙе Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы етәксеһе Раил Сарбаев, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Гөлнур Ҡолһарина, Салауат Рәхмәтуллин, “Ремстройцентр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рафаил Исмәғилев һәм башҡалар ултыртты.
Бер-бер артлы тигеҙ рәттәргә теҙелгән шыршыҡайҙар киләсәктә шаулап үҫер, күркәм белем усағын тағы ла йәмләр, һәр көн иртән уҡырға килгән балаларҙы сәләмләр тигән теләктәрен еткерҙе ҡунаҡтар.