Экология
20 Октябрь 2019, 10:26

Ҡалҡанға ҡалҡан кәрәк!

Учалы районында туристар ифрат яратҡан ғәжәйеп матур күл бар. Ҡош осҡан бейеклектән күҙ һалһаң, тыуған еребеҙҙе һаҡлап торған оло ҡалҡан төҫлө ул.

Фотолар: "Бәйләнештә".Фотолар: "Бәйләнештә".
Фотолар: "Бәйләнештә".
Учалы районында туристар ифрат яратҡан ғәжәйеп матур күл бар. Ҡош осҡан бейеклектән күҙ һалһаң, тыуған еребеҙҙе һаҡлап торған оло ҡалҡан төҫлө ул, исемде лә, бәлки, ошонда төйәкләнгән боронғо миллттәштәребеҙ ошонан сығып биргәндер.
Күл һалҡын, таҙа һыуы менән билдәле, уны эргә-тирәләге шишмәләр тулыландырып тора. Ярҙары һирәк осраған ҡарағас урманы менән ҡапланған.
Ҙурлығына килгәндә, Ҡалҡан оҙонлоҡҡа – ике, киңлеккә бер километрға етә. Уртаһынан күркәм урман менән ҡаплаған ярымутрау бүлеп тора. Ә һауа һуң! Ылыҫ еҫе тынды аса, дауалай торған сифаттарға эйә. Ожмахтың үҙе!
Ҡалҡан күле буйы тағы бер үҙенсәлек менән данлыҡлы: 18-19-сы быуаттарҙа бында йәшмә ташын сығарғандар. Санкт-Петербургта, данлыҡлы Эрмитаждың Малахит залында Ҡалҡан йәшмәһенән иҫ киткес ҙур вазаның һаҡланыуы мәғлүм. Уның бейеклеге – ике, диаметры бер метр. Был вазаны 1867 йылда Парижға, Бөтә донъя күргәҙмәһенә лә алып барғандар. Был матур таштан биҙәүестәр, сувенирҙар эшләйҙәр. Хәйер, йәшмә әле лә бында йыш осрай.
Бына ошондай ғәжәйеп урын ул Ҡалҡан күле! Әммә бөгөн яҡлауға һәм һаҡлауға, йәғни үҙе лә хәстәр ҡалҡанына мохтаж. Йыл һайын, йәй миҙгеле үтеү менән, Ҡалҡан күле буйында, ярҙағы урман араһында тау-тау сүп-сар өйөлөп ҡала. Был күренеш менән урындағы властар ҙа, ирекмәндәр ҙә, тәбиғәт һаҡлаусылар ҙа көрәшә, йыл һайын ҙур-ҙур йөк машиналарында сүп-сарҙы йыйып түгә, әммә хәл барыбер ҡабатлана. Кешеләрҙең тәбиғәткә булған вәхши ҡарашын нисек бөтөрөргә? Нисек уйлайһығыҙ, уҡыусылар?
Читайте нас